Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября 2023, 14:16

Килешеп эшләүгә ни етә?!

Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Синергия" корпорацияһы туризмды үҫтереү һәм кадрҙар әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.

Добавить в предпочтительные источники Google
Килешеп эшләүгә ни етә?!Килешеп эшләүгә ни етә?!
Килешеп эшләүгә ни етә?!

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм "Синергия" корпорацияһы президенты Вадим Лобов туризмды үҫтереү һәм кадрҙар әҙерләү өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Үҙендә урта һөнәри белем биреү учреждениеларын берләштергән студенттар кампусын Башҡортостанда төҙөргә ниәтләйҙәр. Проекттың төп партнеры "Синергия" корпорацияһы буласаҡ.

Республика Министрҙар Кабинеты башлығы Башҡортостандың Профессиональ белем биреү үҙәген булдырыуға ҡыҙыҡһыныуын һәм юғары сәйәси әҙерлеген билдәләне.

Шулай уҡ "Синергия" корпорацияһы Башҡортостан биләмәһендә 150 миллион һумдан ашыу инвестиция күләме менән ҙур юғары технологиялы глэмпинг төҙөү ниәтен раҫланы. Туризм тармағы белгестәрен әҙерләү программаһы сиктәрендә Корпорация республика территорияһында "Туризм академияһы" проектын булдыра башлаясаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/21870/

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова