

Хикмәтле хикәйәт
Кемдең ҡулы таҙараҡ?
Бер оҫта скульпторға уҡырға ике үҫмер килгән. Остаз уларға тәүҙә таш менән эшләргә өйрәнергә ҡушҡан.
– Ана, күрәһегеҙме, ихатамда ҙур таш ята. Шуны шымартығыҙ. Кискә тикшерермен, – тип малайҙарға эш ҡоралы биргән дә, үҙ йомошо менән сығып киткән.
– Миңә был эш бик йонсотҡос күренә. Таш менән ташсы эшләргә тейеш. Мин скульптор буласаҡмын, – тигән үҫмерҙәрҙең береһе.
– Ә минең өйрәнгем килә, – тип дәртләнеп, таш шымартырға тотонған икенсеһе.
Оҫта кисләтеп кенә ҡайтҡан. Малайҙарҙың эшенә лә ҡарап тормаҫтан, ҡулдарын күрһәтергә ҡушҡан.
Ташҡа яҡын да килмәгәненең ҡулы, аңлашыла, тап-таҙа, ә икенсеһе:
– Хәҙер ҡулдарымды йыуам, – тигән оялыңҡырап.
– Таҙа ҡулдарҙы йыуырға кәрәкмәй... – тип башлаған ғына икән ҡарт скульптор.
– Таҙалыҡ – матурлыҡ, – тип ҡуйған беренсе малай.
– Ялҡауҙың ғына ҡулы һәр ваҡыт таҙа, – тип дауам иткән оҫта. – Ысынында иң таҙаһы – бына был ҡулдар. Көнө буйына эшләп, бурысын намыҫ менән үтәгән таҙа ҡулдар...
Таш юнған малай уға төбәлгән һүҙҙәргә ҡыуанып киткән.
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.