Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октябрь 2023, 11:01

Әбйәлил районында үлемесле авария...

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районындағы фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Әбйәлил районында үлемесле авария...Әбйәлил районында үлемесле авария...
Әбйәлил районында үлемесле авария...

Әлегә билдәле булыуынса, бөгөн көндөҙ, сәғәт икенселә, Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай автомобиль юлының 35-се саҡрымында 57 йәшлек водитель "Лада Ларгус" машинаһында хәүефле боролошта кюветҡа осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, биш кеше йәрәхәтләнгән. Водителде тикшереү уның эскән булыуын күрһәткән (1,045 мг). Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Әбйәлил районында үлемесле авария...
Әбйәлил районында үлемесле авария...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас