Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октября 2023, 13:21

Балаһын ҡарамай, телефонға текәлгән

Бөгөн, 3 октябрҙә, Өфөнөң Һупайлы биҫтәһендә бәләкәй бала әсәһенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында саҡ һәләк булмаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаһын ҡарамай, телефонға текәлгәнБалаһын ҡарамай, телефонға текәлгән
Балаһын ҡарамай, телефонға текәлгән

"Уфанет" компанияһының камераһы яҙмаһында күренеүенсә, Юрий Гагарин урамында ҡатын телефонға әүрәп, колясканы ҡарамай ҙа тора. Коляска тәгәрәп, юлға түңкәрелә. Тик бәхетле осраҡ ҡына фажиғәне булдырмай - коляска юлға төшкән мәлдә светофорҙың ҡыҙыл уты янған була.

Бала ауҙарылғас ҡына әсәһе уның артынан йүгерә...

Фото: UTV телеграм-каналынан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова