

Хикмәтле хикәйәт
Мөхәббәт нимәне кисерә алмай?
Бер көндө Мөхәббәт менән Ғашиҡ осрашҡандар.
– Аһ, Мөхәббәт! Һин минән көслөрәкһең! Һинең кеүек булғым килә! – тигән Ғашиҡ.
– Минең көсөм нимәлә икәнен беләһеңме һуң? – тип һораған Мөхәббәт.
– Һм, моғайын, кеше өсөн мөһим булыуыңдалыр.
– Юҡ шул. Минең ғәфү итә белеүемдә.
– Һин һатлыҡ йәнде лә ғәфү итә алаһыңмы?
– Эйе. Сөнки кеше насар уйҙан түгел, ә белмәгәнлектән һатлыҡ йән була.
– Хатта хыянатты ла кисерә алаһыңмы?
– Алам. Хыянатсы бит сағыштырып ҡарай ҙа, яҡшыраҡты һайлай.
– Ә ялғанды?
– Ялғанды ла ғәфү итеү мөмкин. Ҡайһы берҙә кеше һөйгәненә ауыр булмаһын өсөн дә алдай...
– Яманлыҡты? Үпкәне?
– Былар ҙа ғәфү итерлек нәмәләр.
– Аһ, һин, Мөхәббәт! Һин ысынлап та бөтәһең дә кисерә алаһың!
– Юҡ. Мин хыянаттан, ялғандан да көслөрәк бер нәмәне кисермәйем. Хәтереңә һалып ҡуй: тойғо-хистәрҙең иң яман дошманы – Битарафлыҡ. Унан дауа юҡ...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.