Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Октября 2023, 07:00

Тирене йәшәртеүсе һәм туҡландырыусы битлек

Косметологтар фекеренсә, был битлек ваҡ йыйырсыҡтарҙы ла бик яҡшы шымарта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тирене йәшәртеүсе һәм туҡландырыусы битлекТирене йәшәртеүсе һәм туҡландырыусы битлек
Тирене йәшәртеүсе һәм туҡландырыусы битлек

Ярты бананды һәм абрикосты (икеһен дә әрсеп, абрикостың орлоғон да алып, әлбиттә) блендерға һалып, бер ҡалаҡ һыу ҡушып, иҙергә. Массаны күҙҙәргә һәм иренгә яҡын итмәйенсә генә биткә һыларға һәм 20 минуттан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.

Косметолог Илди Пекар фекеренсә, был битлек ваҡ йыйырсыҡты шымарта, тирене дымландыра, тигеҙләй. Абрикоста А, В, С витаминдары бар, улар тирене сәләмәтләндереүгә булышлыҡ итә. Банан – тәбиғи дымландырыусы. Ундағы С һәм В6 витаминдары тиренең һығылмалылығына ыңғай йоғонто яһай.

Автор:Алһыу Ишемғолова