Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентябрь 2023, 11:30

Витаминланығыҙ!

Көҙгө сыуаҡ көндәр артта ҡала шикелле. Болоҡһоу осор етәме икән? Ямғыр яуыуы ла фаразлана. Бәғзеләрҙә “көҙгө хандра” тигән нәмә килеп сыға шул саҡ. Табиптар кәңәш бирә.

Витаминланығыҙ!Витаминланығыҙ!
Витаминланығыҙ!

Иң мөһиме – етерлек витамин ашау. Магний, D витамины бик яҡшы. Әлбиттә, С витаминынан тыш булмай. Ул – иң кәрәклеһе. Цитрус емештәр, киви, папайя, ҡыҙыл борос, еләк – ошо витаминға бай.

D витамины майлы балыҡтарҙа, йомортҡала күп.

Организмығыҙҙа В төркөмө витаминдарының да (В6, В9, В12) етерлек булыуы мөһим. Ярмалар, сәтләүектәр, фасоль, йәшел салат ашағыҙ. Сәләмәт һәм көр кәйефле булығыҙ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас