Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентября 2023, 10:00

Октябрҙә ямғырҙар буламы?

Тәүге көҙ айы беҙҙе оҙайлы “әбейҙәр сыуағы” менән ҡыуандырҙы. Артабан нисегерәк булыр икән?

Добавить в предпочтительные источники Google
Октябрҙә ямғырҙар буламы?Октябрҙә ямғырҙар буламы?
Октябрҙә ямғырҙар буламы?

Синоптиктар фаразлауынса, октябрь башында ла көндәр сағыштырмаса йылы буласаҡ. +14, +19 градус – урыны менән. 4 – 11 октябрҙә ямғыр яуыуы ихтимал. Әммә 15-енә тиклем һалҡынайтмай әле. Хатта бер-ике көн +20 градусҡаса йылытыр, ти синоптиктар.

Октябрҙең икенсе декадаһында нығыраҡ кейенеп йөрөргә тура килер – йылылыҡ ни бары +1, +6 градус. Төндә -3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшәсәк.

20 октябрҙән һуң, тағы ла йылыта. Тик инде артыҡ йылы көтмәгеҙ. +14-тән артмаҫ, моғайын.

Автор:Алһыу Ишемғолова