Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Сентября 2023, 07:40

"Башҡорт хужабикә"һе сәхнәгә сыҡты

Ул "Ҡап, балыҡ, ҡап!" тигән йырын башҡарҙы. Блогер "Тыуған тел" каналы ойошторған концертта артистар менән бер рәттән сығыш яһаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Башҡорт хужабикә"һе сәхнәгә сыҡты"Башҡорт хужабикә"һе сәхнәгә сыҡты
"Башҡорт хужабикә"һе сәхнәгә сыҡты

Миләүшә Шәйхисламова сәхнәгә сығыр алдынан һүҙҙәрен онотоуын һәм бик тә тулҡынланыуын әйтә. Блогер-йырсы сәхнәгә 90-сы йылдар образында сыҡҡан. Уны тамашасыға халыҡ мөхәббәтен яулаған "башҡорт хужабикә"һе тип тәҡдим иткәндәр.
- Дөрөҫөн әйтәм, дуҫтар. Мин сәхнәгә сығырға бик ҡурҡтым. Ҡулдарым ҡалтыраны, эсем ауырта башланы. Ҡыҫҡаһы, сәхнәлә йырлау минеке түгел. Мин был йырҙы клип өсөн генә яҙҙырған инем, - тип яҙа ул.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова