Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2023, 08:51

Саҡырыу башлана!

Рәсәйҙең иң төньяҡ төбәгенән башҡа һәр ерҙә 1 октябрҙә башлана был сара.

Саҡырыу башлана!Саҡырыу башлана!
Саҡырыу башлана!

Һүҙ хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында. Әрме йәшендәге ир-егеттәргә повестка киләсәк. Әйткәндәй, илебеҙҙең төньяҡ ситендә, климатҡа бәйле, 1 ноябрҙән саҡыра башлайҙар.

РФ Оборона министрлығында белдереүҙәренсә, "срочник"тар ил биләмәһендәге частарҙа хеҙмәт итәсәк, уларҙы махсус хәрби операция биләмәһенә йәки яңы субъекттарға ебәрмәйәсәктәр. Әрме мөҙҙәте тулғас, саҡырылған ерҙәренә кире ҡайтарыласаҡтар.

Шуныһы ла билдәле: РФ Ҡораллы көстәренең Генераль штабы өҫтәмә мобилизация саралары планлаштырмай.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас