

Был матур йырҙар беҙгә лә бик ныҡ оҡшай, шуға ла дуҫтарыбыҙ менән кинәнеп бүлешәбеҙ!
Һәм күстәнәскә Әбйәлил районы Өскүл (Аһылай) ауылында тыуып-үҫкән шағирҙың шиғырҙары:
Ҡул һелтәге килә ҡайһы саҡта -
Донъяһына, өйө, эшенә.
Сығып китке килә әллә ҡайҙа,
Күренмәйсә генә кешегә...
Уйҙарымды бикләп ҡайһы саҡта,
Уйһыҙ ҡалғым килә бер көнгә.
Шаян бала саҡҡа ҡайтҡым килә,
Әйтмәйенсә генә бер кемгә...
...Артыҡ һағыныуҙан ҡайһы саҡта
Күңелдәргә һағыш туламы?
Бар нәмәне ташлап китеп була,
Тик үҙеңдән ҡасып буламы?..
ХХХ
Бергә түгел...
Беҙҙең яҙмыш бергә туҡылмаған,
Мин һинеке йәнем, тиһәң дә.
Тормош юлын бергә үтәйек тип,
Күңелемә үтеп инһәң дә...
Беҙҙең тормош бергә ҡоролмаған,
Хистәремдән күңел тулһа ла.
Бөтөнләйгә миңә ят кеүекһең,
Уй - хыялдар уртаҡ булһа ла.
Беҙҙең донъя бергә буталмаған,
Ваҡыт та бит хәҙер икенсе.
Юл сатында әллә тап булышҡан?
Икебеҙ ҙә ябай үткенсе...
ХХХ
Һин ҡайҙарҙа булдың?
Йәйҙәремдә һине эҙләгәндә,
Һин ҡайҙарҙа булдың? Тапманым.
Елдәр булып тәҙрәм сиртмәнең дә,
Таң йондоҙо булып атманың...
Ҡамыштарҙың йырын тыңлай - тыңлай,
Күл буйҙарын яңғыҙ буйланым.
Эҙләп - эҙләп инде табалмағас,
Һин юҡтыр ул, тиеп уйланым.
Аҙашһам да йылдар сәйләмендә,
Бер күрәйем, тиеп йән аттым.
Сәстәремә инде салдар ҡунып,
Көҙҙәр еткәс һине осраттым...
Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.