Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2023, 05:51

Алты кеше ҡотҡарылған

Кисә кис Мәләүездең янғын һүндереүселәре күп фатирлы йорттағы янғынды һүндергән.

Алты кеше ҡотҡарылғанАлты кеше ҡотҡарылған
Алты кеше ҡотҡарылған
Улар тарафынан алты кеше ҡотҡарылған, 45 кеше эвакуацияланған.
Туғыҙ ҡатлы йорттоң 3-сө ҡатындағы фатир янған була. Фатирға үтеп инеп, газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәте звеноһы бүлмәләрҙең береһендәге креслоны һәм диванды һүндереүгә тотона. Көслө төтөн ҡаплаған аш бүлмәһендә иҫһеҙ ятҡан ирҙе табалар. 41 йәшлек ирҙе урамға алып сығып, медиктарға тапшыралар, улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның үлемен раҫлай.
Фажиғәнең сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Фото: МЧС РБ.
Алты кеше ҡотҡарылған
Алты кеше ҡотҡарылған
Алты кеше ҡотҡарылған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас