

Сорғоттан милләттәшебеҙ, урындағы "Горизонт" йәштәр-үҫмерҙәр клубының мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы Зөлхизә Насирова хәбәр итеүенсә, күптән түгел уларҙың клубында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов менән осрашыу үткән.
Рәүҙәт Абдулхаҡ улы йәштәр-үҫмерҙәр клубы офисында булған, унда шөғөлләнеүселәр менән аралашҡан, дәрестә ҡатнашҡан.
"Артабан беҙ бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү, Сорғот йәштәрен ҡаланың, өлкәнең йәмәғәт тормошона әүҙем йәлеп итеү мөмкинлектәре тураһында һөйләштек", - тип яҙа Зөлхизә Насирова.
Фото һәм сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)