Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2023, 12:57

"Уҡытыусылар көнө" булған икән кисә...

Уҙған тәүлектә республика Эске эштәр министрлығының дежур частарына мутлашыу тураһында 30-ҙан ашыу хәбәр килгән. Республика халҡы аферистарға дөйөм алғанда ете миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

"Уҡытыусылар көнө" булған икән кисә..."Уҡытыусылар көнө" булған икән кисә...
"Уҡытыусылар көнө" булған икән кисә...

Стәрлетамаҡтан бер уҡытыусы ялған полиция хеҙмәткәрен тыңлап, банктың ялған хеҙмәткәре күрһәтмәһе буйынса 300 мең һумға яҡын аҡсаһын "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерә. Шунан аферист етәкселегендә онлайн кредиттарҙы рәсмиләштереп, 1,8 миллион һум аҡсаны муттарға ебәрә.

Аферистарҙың күрһәтмәһе буйынса эш иткәндә уҡытыусы мутлашыусылар менән бәйләнешкә ингәнен тоя, әммә һуңғаса тоҙаҡҡа эләгеүенә ышанырға теләмәй. Бары тик аҡса күсергәндән һуң ғына аңына килеп, полицияға мөрәжәғәт итә. Дөйөм зыян ике миллион һумдан ашыу.

Учалы районынан тағы бер уҡытыусы мутлашыусылар селтәренә эләгә. Был осраҡта зыян күреүсегә валюта биржаһының ялған менеджеры шылтырата. Билдәһеҙ кеше цифрлы валюта һатып алыу буйынса "ылыҡтырғыс" тәҡдим яһай. Ҡатын аҡса эшләргә өмөтләнеп, мутлашыусыға 800 мең һумдан ашыу аҡса күсерә, шуларҙың 9 меңе генә шәхси аҡса, ә ҡалғандары - кредит аҡсаһы. Әлеге ваҡытта был мутлашыу факты буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.

- Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! Таныштарҙан шикле смс-хәбәрҙәр килһә, шылтыратып, ысынлап уның үҙе яҙғанмы-юҡмы икәнен тикшерегеҙ, ә билдәһеҙ номерҙарҙан шикле шылтыратыуҙар килһә, телефонға яуап бирмәү яҡшыраҡ. Шулай уҡ таныш булмаған һылтанмаларҙан һәм тикшерелмәгән сайттарҙан һаҡланығыҙ. Әгәр һеҙгә интернет аша аҡса эшләргә тәҡдим итһәләр, ышанмағыҙ. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! - Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас