Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2023, 13:30

Полиция хеҙмәткәрҙәре Лилиә Тәхәүетдинованы эҙләй

1963 йылғы Лилиә Вәғиз ҡыҙы Тәхәүетдинова 15 миллион һумға яҡын аҡса урлауҙа ғәйепләнә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре Лилиә Тәхәүетдинованы эҙләйПолиция хеҙмәткәрҙәре Лилиә Тәхәүетдинованы эҙләй
Полиция хеҙмәткәрҙәре Лилиә Тәхәүетдинованы эҙләй

Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, кредит-финанс ойошмаларының береһендә юридик шәхестәрҙе операцион хеҙмәтләндереү төркөмө етәксеһе булып эшләгән Лилиә Тәхәүетдинова банк клиенттарының һәм үҙенең таныштарының аҡсаһын сәлдереп ҡасҡан.

Уның билдәләре: ҡарамаҡҡа 55-60 йәш, буйы 170 см, тығыҙ кәүҙәле, йөҙө оҙонса, күҙҙәре зәңгәр төҫтә, ҡыҫҡа сәсле. Ҡара-күк ветровка, ҡара классик салбар, аҡ күлдәк, ҡара жилет кейгән, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге сумкаһы булған.

Әгәр ҙә һеҙ Лилиә Тәхәүетдинованың ҡайҙа булыуы тураһында мәғлүмәт беләһегеҙ икән, зинһар, был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часына (8 (347) 279-39-02), БР буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына (8 (347) 279-32-92) йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итегеҙ.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас