Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентябрь 2023, 07:00

“Һеҙ тарихты һатып алаһығыҙ...”

Рәсәйҙән киткән «Макдоналдс» туҡланыу селтәренең ҡапсығын популяр сайтта 1 500 000 һумға һатыуға ҡуйғандар.

“Һеҙ тарихты һатып алаһығыҙ...”“Һеҙ тарихты һатып алаһығыҙ...”
“Һеҙ тарихты һатып алаһығыҙ...”

Иғландың авторы әйтеүенсә, ул Мәскәүҙә йәшәй һәм фастфуд атрибутын «ысын ҡиммәт белеүселәргә» һатырға әҙер.

«Пакет "Макдоналдс" атамаһын “Вкусно – и точка” тип  алмаштырғанға тиклем барлыҡҡа килгәйне. Тимәк, һеҙ пакетты ғына түгел, тарихты һатып алаһығыҙ», – тип яҙған һатыусы.

Ҡапсыҡ ҡулланылған һәм унда “тарихи тамғалар” бар, имеш.

Хәйер, был селтәрҙең пакеттарын арзанға тәҡдим итеүселәр ҙә бар.

Берәйһе һатып аламы икән?

Фото: "Авито"нан скриншот.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас