

Кисә Мәскәүҙә " Бөтә Рәсәй пони уйындары – 2023" тамамланды. Унда ике йәш һыбайлы — "Фаворит" ат спорты клубы тәрбиәләнеүселәре (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) Дарья Смирнова һәм Юлиана Йәрмөхәмәтова ҡатнашты.
Юлиана менән Даша төрлө номинацияла 4 миҙал – өс икенсе һәм бер өсөнсө урын алып ҡайтты. Бынан тыш, улар өлкәндәрҙең икенсе һәм өсөнсө разрядтарына нормативтарҙы үтәне.
Фото: Т. Аманов