

Уны Комиссия рәйесе – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Парламент етәксеһе белдереүенсә, комиссия ике юлламаны тикшергән һәм уларҙың икеһе лә кире ҡағылған.
Бер үтенесте 22 йылға иркенән мәхрүм ителгән ир кеше биргән. Ул кеше бер ваҡытта ла рәсми рәүештә эшләмәгән һәм суд тарафынан күп тапҡырҙар урлауҙар, талауҙар өсөн яуапҡа тарттырылған. Икенсеһен иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән өсөн яуапҡа тарттырылыусы йәш кеше биргән.
– Иҫерек килеш руль артына ултырған өсөн өсөн язаны йомшартыу мөмкин түгел, – тине Константин Толкачев.
Комиссия был юлламаны ла кире ҡаҡты, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.