

Көндөҙ Әбйәлил районында, Аһылай-Рәхмәт автомобиль юлының 3-сө саҡрымында, 62 йәшлек ир "Лада Нива"ла юлдан осоп, түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель алған йәрәхәттәрҙән вафат була. Уның водитель танытмаһы юҡ, өҫтәүенә ул тейешле тәртиптә теркәлмәгән транспорт менән идара иткән.
Көндөҙ Бөрйән районында, Иҫке Собханғол-Үрге Нөгөш автомобиль юлының 40-сы саҡрымында, 40 йәшлек ир "Урал" йөк машинаһында ауҙарылып, үлемесле йәрәхәттәрҙән йән бирә.
Төндә Тәтешле районында, Ташкент ауылы эргәһендә, Нефтекаманан 29 йәшлек ир "Лада Гранта"ла түңкәрелә. Ауыр йәрәхәтләнгән водитель урында үлгән. Юл фажиғәһе тураһында пассажир, водителдең 30 йәшлек ағаһы, хәбәр иткән. Ул зыян күрмәгән.
Юл-транспорт ваҡиғалары буйынса тикшереү үткәрелә.
Фото: БР ЮХХДИ.