

Республика халҡы мутлашыусыларға дөйөм алғанда ун миллионға яҡын аҡса биргән. Тәүлек эсендә Башҡортостан полицияһының дежур частарына 20-нән ашыу граждан мөрәжәғәт иткән.
Туймазы районында йәшәүсе 63 йәшлек ҡатын да мәҫәлән, муттарҙың ошондай "инвестиция" тип аталған тоҙағына эләккән. Пенсионер менән мутлашыусылар видеоэлемтә аша аралаша. Улар телефонға ҡушымта күсереп алырға һәм брокер иҫәбен булдырырға өгөтләй. Мутлашыусылар инвестицияларҙың өҫтөнлөктәре тураһында теттереп һөйләй һәм 700 мең һумдан ашыу шәхси тупланмаларын һәм 400 мең һум кредит аҡсаһын күсерергә күндерә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Муттар ялған номерҙарҙы һәм ялған сайттарҙы ҡуллана ала. Интернет аша тауар йәки хеҙмәт өсөн түләгәндә сайттың исеме дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ. Социаль селтәрҙәрҙә аралашыуҙа һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, уларға шәхси номеры буйынса шылтыратығыҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.