

Хайуандарҙы Һарытау өлкәһенән Баймаҡ районына ветеринар-оҙатыу документтарһыҙ һәм ветхеҙмәткә әйтмәйенсә алып килгәндәр. Ярай әле, эш боҙоу факты асыҡланған һәм әле малдарҙы карантинға япҡандар, анализдар алғандар, хужаға иҫкәрмә яһалған.
Белегеҙ: мотлаҡ булған талаптарҙы үтәмәгән осраҡта контроль хеҙмәттәре һеҙҙе барыбер табасаҡ.
Фото: пресс-служба Россельхознадзора по РБ