Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Сентябрь 2023, 05:00

Барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Әгәр ҙә әлегә яҡшы түгел икән, тимәк, һин һынауҙарҙың һуңына етмәгәнһең...

Барыһы ла яҡшы буласаҡ!Барыһы ла яҡшы буласаҡ!
Барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Хикмәтле хикәйәт

Барыһы ла яҡшы буласаҡ!

Бер аҡһаҡал халыҡ алдында вәғәз һөйләй икән. Тыңлаусылар араһында йәштәр ҙә күп булғанлыҡтан, ҡарт тормош һынауҙары, уларға бирешмәү тураһында телмәр тотҡан. Һүҙе һуңында былай тип ҡуйған:

– Ә аҙаҡтан барыбер барыһы ла яҡшы буласаҡ.

– Ә булмаһа? – тип һораған берәү.

– Әгәр ҙә әлегә һәйбәт түгел икән, тимәк, һин һынауҙарҙың һуңына етмәгәнһең. Борсолма, барыһы ла яҡшы буласаҡ! – тип йылмайған аҡһаҡал.

Тормош гел һынауҙарҙан да тормай. Һынау-фәләнһеҙ ҙә барыһы ла яҡшы булыуы ихтимал бит әле. Быныһы инде, кем әйтмешләй, “маңлайға яҙылған”. Ә бөтәһе лә барыһының да һәйбәт булыуын теләй һәм көтә...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас