***
МИҺЫРБАНЛЫҠ Ҡала урамында трамвай юлы. Туҡталҡала йөрөй бер ҡарсыҡ. Ғинуар һыуығында йоҡа кейем, Бишмәт иҙеүҙәре шар асыҡ. Ҡемдеңдер бит ғәзиз әсәһелер, Өләсәйҙер, бәлки, ҡәҙерле?! Яҡшы хужа эт сығармаҫ мәлдә Йөрөп ятыу кемгә хәйерле... Бер ҡулында таяҡ, төйөнсөгөн Ҡыҫтырған ул ҡултыҡ аҫтына. Шунда торған бер битараф йәнгә Хәбәр ҡуша, ҡурҡып, һаҡ ҡына: «Балаҡайым, Аллаһ хаҡы өсөн, Юл өйрәтсе ҡарттар йортона...» Ҡарсыҡ тарафына күҙ ҙә һалмай, Айфонында егет соҡсона. Не знаю, — тип ирен ҡыймылдатты, Айфонынан ҡараш айырмай. Туңған битен ыуғылаған ҡарсыҡ, Ары-бире йөрөй, тик тормай. Туң асфальтта туҡ-туҡ итә таяҡ, Шығырлай ҡар аяҡ аҫтында. Керпегендә туңған бәҫме, йәшме?! Тынын ҡура төйөр алҡымда... «Бөттөм, ахырыһы», —тигән уйҙан Бөгөлөп тә төштөм тигәндә, «Өләсәйем! Минең өләсәйем!» - Тертләп китте ошо һөрәндән. Бер ҡыҙ бала, ҡоластарын йәйеп, Аяғынан ҡосто ҡарсыҡтың. Өмөт тулы сабый ҡарашында Тамсыһы юҡ хәйлә-хаслыктың... Ҡыҙ әсәһе, ғәфү үтенгәндәй, Сабый ҡылығына ҡул йәйҙе. «Өләсәһе, тип уйланы һеҙҙе, Өс ай элек ҡуйҙыҡ әсәйҙе...» Өләсәй, тип илап уяна ла, Ҡайҙа ул? – тип беҙҙән таптыра. Тиҙҙән ҡайтыр, ул ҡунаҡта, - тибеҙ, Ни әйтергә белмәй, аптырап. Әйҙә, ҡайттыҡ, әйҙә, өләсәй! — тип, Сат йәбешкән сабый баланы Әсә кеше, күпме тырышһа ла, Ысҡындырып ала алманы. Ҡарсыҡ, ҡалтыранып, өшөүҙәнме, Йәлләүҙәнме кескәй ҡыҙсыҡты, Ҡолонсағым, әйҙә, ҡайттыҡ, — тигән Ҡатҡан ирендәрҙән һүҙ сыҡты. — Туңғанһың бит, инәй, әйҙә, беҙгә, Йылынырһың, йоҡа кейемең. Йылы һөйәк һындырмай, тип гел дә Тыҡып ҡына торҙо бейемем. Ҡыҙсыҡ, ҡыуаныстан һикерәндәп, Алдан төштө, юлды беләлер. Өләсәйем ҡайтты, өләсәй, - тип Ҡыуанысын һөйләй кемгәлер. «Бына һиңә, эйәр ҙә кит, имеш, Ҡайҙа барам, кемгә мин кәрәк?! Ҡуй, оҡшамаҫ, бәлә һалмайым», - тип, Ҡайырылды ҡарсыҡ ситкәрәк. — Бына, килеп еттек. Әйҙә, инәй, Ишек бында, ҡурҡма, үт алдан. — Эй, балаҡай, ирең асыуланыр, Кемде килтерҙең, тип, урамдан. — Ҡуйсы, инәй, өйҙә бер кем дә юҡ, Ирем эшләй ҡырҙа, вахтала. Себер китә ирҙәр, аҡса, тейеп, Фатирҙар бит ипотекала. — Өләсәйем, сисен! Кил, күрһәтәм, Уйынсыҡтар һине һағынған. Мин дә һине ныҡ һағынып көттөм Ҡунаҡҡа, тип киткән сағыңдан! Балаҡайҙың ихлас һүҙҙәренән Күҙҙәренә йәштәр эркелде. Бөртөк кенә ейәненән көткән Яратыу-наҙ ситтән бөркөлдө, Бер уфтанды ҡарсыҡ, бер көлдө... Сәй эскәндә ҡатын һорай ҡуйҙы: — Ҡайҙа, инәй, юлдар тоттоғоҙ? Ауылданмы? Ҡалаға, тип, ниңә Был сасҡауҙа юлға сыҡтығыҙ? — Эй, балаҡай, башҡа нужа төшһә, Көн торошон ҡарап йөрөтмәй. Ҡарттар йортон эҙләп китеп барам... Әмәлем юҡ шунда баш төртмәй... — Ҡарттар йортонамы? Ниңә улай? Көтөр кеше юҡмы? Балалар?! — Ике улым булды... хәҙер юҡтар... Килен менән ейән – ҡалала. Өлкән улым, әрмеләргә китеп, Ятып ҡалды Афған ерендә. Бәләкәсем – шул ваянный ине, Йән генәһе – Чечня гүрендә... Сит йыныстан ине киленем дә, Бөртөк ейән белмәй беҙҙеңсә. Ҡартым вафат – ҡайғы бөгөп һалды, Яңғыҙ йәшәй инем үҙемсә. Нисә йылдар килеп урамаған, Килеп төштө килен, ейәнем. Нишләремде белмәй ҡыуандым, тик... Ҡайғы булды шатлыҡ тигәнем. — Бабуля, мин өйләнәм, - тип ейән, Памаги, ти, фатир алырға. Өйөңдө һат, беҙҙә йәшәрһең, тип, Ныҡыштылар, ҡалдым албырғап.. Һаттыҡ инде. Бөртөк ейәнемә Ярҙам итмәй, нисек түҙәһең? Улым төҫө, балам ҡаны, тинем, Ялғанырға торған араларҙы, Әйтсе, ҡыҙым, нисек өҙәһең?! Алып ҡайттылар ҙа, оноттолар... Кәрәкмәгән әйбер ишеләй. Бергә ашарға ла саҡырмайҙар, Һөйләшмәҙәр сит-ят кешеләй. Күрерҙәрен күрмәй, гүргә кермәй Был донъяла әҙәм балаһы. Ҡарт көнөмдә миңә насип булған Бер терәкһеҙ, йортһоҙ ҡалаһым. — Ярай, инәй, ҡайғырмайыҡ әле, Табылыр ҙа, бәлки, бер сара. Ваннаға ин, рәхәтләнеп йыуын, Бына бүлмә, һиңә йоҡларға. Үҙ килене ҡәҙер итмәгәнде, Сит кешенән күрә изгелек. «Тыныс йоҡо һиңә, өләсәй», – тип, Битен һыйпай ҡыҙсыҡ, шат көлөп. Иртүк тороп, намаҙ уҡыуына, Сәй эстеләр бергә, ҡоймаҡлап. — Мине ҡыуандырған өсөн һине, Ҡыуандырһын Хоҙай һәр яҡлап! — Минең дә бит, инәй, бер кемем юҡ, Әсәм үлгәс, үҫтем детдомда. Бейемемде шуға әсәй, тинем, Уңдым, шөкөр, тормош юлымда. Ирем менән иртүк кәңәшләштек, Риза булһаң, әйҙә, ҡал беҙҙә. Ҡыҙым – өләсәйле, мин – әсәйле булып, Урының да булыр гел түрҙә, - Тигән һүҙҙе ишетте лә ҡарсыҡ, Илап ебәрҙе ул, түгелеп: — Хоҙай мине һеҙгә тап иткәндер, Йәшәүҙән дә бөткәс төңөлөп. Шулай аҙна, ай ҙа үтте. Бер кем Эҙләмәне уны, юғалтып! Үҙ ҡанына ҡарсыҡ булған артыҡ, Үҙенекен итте сит тартып. Татыу-тыныс йәшәп ятыштары, Бер-беренән бик тә ҡәнәғәт! Миһырбанлыҡ, мәрхәмәт бар ерҙә Тормош дауам итә, йәмәғәт! Мәүҙиғә Баймөхәмәтова