Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2023, 10:10

"Тотош ҡала халҡы ҡайғыра"

Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған депутат Хәлил Әбүбәкировты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм көнө тураһында Ағиҙел ҡалаһы мэры Денис Ирназаров хәбәр итте.

"Тотош ҡала халҡы ҡайғыра""Тотош ҡала халҡы ҡайғыра"
"Тотош ҡала халҡы ҡайғыра"

Хәлил Әбүбәкировтың «Ватан» батальоны составында ирекмән булып хеҙмәт итергә китеүе билдәле. Депутат үлгәндән һуң “Батырлыҡ” һәм “Шайморатов” ордендары менән бүләкләнде.

 

  • Яугирҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Был – ҙур юғалтыу, бөтә ҡала һеҙҙең менән бергә ҡайғыра. Батыр егетебеҙ мәңгегә беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ! – тип Денис Ирназаров.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас