Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2023, 07:05

ТЕТРӘНДЕРГЕС, ҮКЕНЕСЛЕ, ЛӘЗЗӘТ...

Иң ҡыйыны - йәшлек көҙөн тойоу, Тәүләп көҙ һауаһын һулауы, Алма саҡтарыңдың юҡҡа алданып Үтеүҙәрен аңлап илауың. Иң рәхәте - йәшлек көҙөн тойоу, Үпкәләргә уның тулыуы, Бешкән емеш кеүек ылыҡтырғыс, Ымһындырғыс ҡына булыуың. Иң ауыры - йәшлек көҙөн тойоу, Йәшлегеңде йәлләп төйөлөүең... Хәтерләһәң әле генә һымаҡ Яңыра тәүге һөйөү, һөйөлөүең... Иң еңеле - йәшлек көҙөн тойоу, Еңел-елпелектән туйыуың. Ниһайәт тә үҙем өсөн, бына, Йәшәй башлайым, тип ҡуйыуың. Иң ҡыҙығы - йәшлек көҙөн тойоу, Тетрәндергес, үкенесле, ләззәт... Йәшлегеңде йәлләп, ташламайса Көйләп алып йөрөү - серле ғәҙәт. Иң ғәжәбе - йәшлек көҙөн тойоу, Әрнеткес һәм ҡыйыу иткән мөҙҙәт. Бөрөләнә башлау, сәскә атып, Аптыратыр өсөн алтын көҙҙө. Гөлнара Хәлфетдинова

ТЕТРӘНДЕРГЕС, ҮКЕНЕСЛЕ, ЛӘЗЗӘТ...ТЕТРӘНДЕРГЕС, ҮКЕНЕСЛЕ, ЛӘЗЗӘТ...
ТЕТРӘНДЕРГЕС, ҮКЕНЕСЛЕ, ЛӘЗЗӘТ...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас