

Һәр кешенең, йәшенә һәм енесенә ҡарамаҫтан, талпан энцефалиты менән зарарланыуы ихтимал. Һуңғы аҙнала Башҡортостанда 137 мөрәжәғәт теркәлгән, шул иҫәптән 52 бала.
Шәхси һаҡлыҡ саралары, шул иҫәптән һаҡлаусы кейем һәм акарицид-репеллент саралары талпан инфекцияһын иҫкәртеүҙең мөһим йүнәлештәренең береһе булып ҡала.
Урманға йәки паркҡа йыйынаһығыҙ икән, үҙегеҙҙе талпандан нисек һаҡларға?
— күренеп торған тән өлөштәрен ҡапларлыҡ асыҡ төҫтәге кейем кейегеҙ,
— баш кейеме кейегеҙ һәм сәсегеҙҙе йыйығыҙ,
— салбарҙы итек эсенә тығығыҙ.
Тәбиғәт ҡосағында булғанда үтәлергә тейешле хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:
— 15-20 минут һайын үҙегеҙҙең һәм юлдаштарығыҙҙың өҫтөн ҡарағыҙ,
— талпандан һаҡланыу өсөн тәғәйенләнгән махсус сараларҙы күрһәтмәгә ярашлы ҡулланығыҙ.
✔Талпанды нисек хәүефһеҙ сығарып алырға
Башҡортостандағы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең талпандарҙы энцефалит вирусына тикшереү менән шөғөлләнгән лабораторияларының адрестары: https://vk.cc/cr96cE
"Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының ҡыҙыу линияһы: 8 (800) 77-50-170
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан