Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2023, 14:00

Кәбеҫтә тоҙлау серҙәре

Йылдар буйы һаҡланып килгән рецепты һәр хужабикә белергә тейеш.

Кәбеҫтә тоҙлау серҙәреКәбеҫтә тоҙлау серҙәре
Кәбеҫтә тоҙлау серҙәре

 

 Тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең эреләрен, иң һуң өлгөрә торған сорттарын алалар. Иң мөһиме- тәмләткестәрҙең пропорцияһын һаҡлау. Йылдар буйы һаҡланып килгән рецепты һәр хужабикә белергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр кәбеҫтәгә алма, икенселәр кишер ҡушып тоҙлай.

Һеҙгә түбәндәге рецепты тәҡдим итәбеҙ.

10 кг ваҡлап әҙерләнгән кәбеҫтәгә  1 кг алма(“ Антоновка” сорты яҡшы) алына. Алмаларҙы уртаға ғына бүлергә кәрәк. 180-200 кг тоҙ, 350 г кишер алына. Тәмләткестәр урынына укроп, әнис һалһағыҙ ҙа була. Тәүге 3-6 көндә тоҙланған кәбеҫтә әсей. Ошо ваҡытта уның температураһы 16-20 градус булырға тейеш. Был арауыҡ үткәндән һуң һалҡын урынға ҡуялар.

 

 

Фото: poleznii-site.ru

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас