

Көндөҙ Ҡырмыҫҡалы районында, Ҡырмыҫҡалы-Боҙаяҙ автоюлының 4-се саҡрымында, 38 йәшлек ир "Kaiyi E5" машинаһында юлдан оса. Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән водитель алған йәрәхәттәрҙән вафат була.
Икенсе үлем осрағы Дыуан районында теркәлгән: кисен Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлының 211-се саҡрымында 42 йәшлек водитель "ВАЗ-2115" машинаһында 72 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Бабай, фаразлауҙар буйынса, велосипедын һөйрәп, юл уртаһынан китеп барған. Кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булмаған. Авария һөҙөмтәһендә оло йәштәге ир ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Ул урмандан бәшмәк йыйып ҡайтып килгән...
Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: БР ЮХХДИ.