

“Ростат” мәғлүмәттәренсә, Рәсәйҙә педагогтарҙың уртаса эш хаҡы быйыл 45 787 һум тәшкил итә. Әммә төрлө төбәктә төрлөсә – 25 мең һумға эшләүселәр ҙә бар, унан әҙерәккә лә.
Хеҙмәт хаҡы күтәреү уҡытыусы абруйына ла йоғонто яһар ине, ти парламентарийҙар. Тик Рәсәй Хөкүмәте баяғы “2,5 МРОТ күләменән кәм түгел” тигәнде хупламаған. Бюджет өсөн өҫтәмә сығым буласаҡ, ә аҡсаны алыу сығанаҡтары күрһәтелмәгән, йәнәһе.