Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Сентябрь 2023, 11:10

Һауа температураһы йәнә рекорд ҡуйҙы

Өфөлә сираттағы температура рекорды теркәлде. 25 сентябрҙә Башгидрометүҙәк белгестәре абсолют максимумды уҙыу хаҡында хәбәр итте.

Һауа температураһы йәнә рекорд ҡуйҙыҺауа температураһы йәнә рекорд ҡуйҙы
Һауа температураһы йәнә рекорд ҡуйҙы

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Өфө – Дим аэрология станцияһында һауа температураһы 25,8°билдәһенә еткән. Быға тиклемге рекорд 1950 йылда ҡуйылған. Ул саҡта термометр бағанаһы 23,6 градусҡа тиклем күтәрелә.

 

Был аҙнала синоптиктар һалҡын һауа массаһын вәғәҙәләй. Бынан тыш, республика буйынса 0–2 градусҡа һалҡынайтып, ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртә.

 

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас