Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2023, 06:11

Тиндәрегеҙҙе һумдарға алмаштырығыҙ

Һәр кемдең өйөндә "тимер аҡсалар банкы", әй, банкаһы бар. Ярай, банка ла түгел, ти, махсус "копилка" ла булһын әйҙә. Ята ла ята ваҡ аҡса, тотонғо ла килә, тик магазинда йә карта менән иҫәпләшәбеҙ, йә ҙурыраҡ аҡса менән. Бына әле ул байлыҡты ҡағыҙ аҡсаға әйләндереү мөмкинлеге бар. Бөгөн "Монета аҙналығы" башланды. 

Тиндәрегеҙҙе һумдарға алмаштырығыҙТиндәрегеҙҙе һумдарға алмаштырығыҙ
Тиндәрегеҙҙе һумдарға алмаштырығыҙ

8 октябргә тиклем ваҡ аҡсаны банкта ҡағыҙ аҡсаға алмаштырырға була. Паспорт менән акцияла ҡатнашыусы банкка ғына барырға кәрәк. Исемлек - бында
Белгестәр әйтеүҙәренсә, Рәсәй банкы тәңкәләрҙе етерлек һуға ул, тик әлеге лә баяғы кеше өйөндә копилка тотоу сәбәпле, ҡайһы бер магазиндарҙа ваҡ аҡсаға ҡытлыҡ бар. Әлеге акция чеканка өсөн сығымдарҙы кәметеүгә лә булышлыҡ итәсәк, тиҙәр.

1997 йылдан һуң сыҡҡан ваҡ аҡсаны тапшырырға була.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас