Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентября 2023, 05:14

Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә Ҡарасай-Черкес Республикаһында "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2023" һөнәри конкурсы тамамланды. Еңеүселәр араһында Башҡортостан уҡытыусыһы ла бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотлайбыҙ!Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Был турала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иттеләр.

Нефтекама башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина республикабыҙ исеменән абруйлы конкурста лайыҡлы сығыш яһап, почетлы өсөнсө урын яуланы. Ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!
Быйыл конкурста 104 ҡатнашыусы көс һынашҡан: 72 уҡытыусы һәм 32 тәрбиәсе.

Башҡортостандан 202-се Өфө полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлсинә Ишбаева "Иң яҡшы дәрес", "Иң яҡшы медиавизитка" номинацияһында билдәләнгән, конкурс лауреаты булған.
Фото: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова