Асҡын район үҙәгенең «Йәшлек» паркында Педагог һәм Остаз йылына арналған аллея барлыҡҡа килде. Уның башланғысында уҡытыусы Эльвира Шәйхулова тора. Уны хеҙмәттәштәре лә хуплаған.
Ағас ултыртыуҙа район хакимиәте башлығы Динис Йосопов та ҡатнашты.
Аллеялағы тәүге ағасты һәләтле педагог, йәмәғәтсе, «Йәшлек» паркын асыу идеяһы авторы Петр Васильевичтың улы һәм ейәне ултыртты.
Фото: Асҡын районы хакимиәтенән.