Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентября 2023, 17:47

Ҡотҡарыусыларға эш етерлек

Бөгөн төнгө сәғәт өсөнсө яртыла Дүртөйлө районында, М-7 Волга трассаһында, "ВАЗ-2107" еңел автомобиле менән "КамАЗ" йөк машинаһы бәрелешә.

Ҡотҡарыусыларға эш етерлекҠотҡарыусыларға эш етерлек
Ҡотҡарыусыларға эш етерлек

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, еңел автомобиль водителе идара итеүҙе юғалтып, юл ситендә торған "КамАЗ"ға бәрелә. Ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары килеп, аккумуляторҙы ысҡындыра һәм зыян күреүсене йәмшәйгән машина эсенән сығарып, уны ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.

Шулай уҡ 23:16 сәғәттә Туймазы ҡалаһының Островский урамында юл-транспорт ваҡиғаһы була. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары авария урынына килеп еткәс, "Lada Vesta", "Nissan Terrano" һәм "Volkswagen Polo" машиналарының бәрелешеүе асыҡлана. Авария һөҙөмтәһендә "Lada Vesta" автомобиленән 2 кеше һәм "Nissan Terrano" автомобиленән 1 кеше зыян күрә, ҡотҡарыусылар килгәнсе бөтәһе лә дауаханаға оҙатыла.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас