Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Сентябрь 2023, 07:15

Машиналартөҙөү тармағы -- республикабыҙ ғорурлығы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың машиналартөҙөү тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы.

Машиналартөҙөү тармағы -- республикабыҙ ғорурлығыМашиналартөҙөү тармағы -- республикабыҙ ғорурлығы
Машиналартөҙөү тармағы -- республикабыҙ ғорурлығы

"Ҡәҙерле дуҫтар! Профессиональ байрамығыҙ менән ысын йөрәктән ҡотлайым! Машиналартөҙөү – Башҡортостандың ғорурлығы. Республиканың ситтә лә киң билдәлелек яулаған беҙҙең предприятиелар иҡтисадтың алдынғы тармаҡтары үҫешенә, илдең оборонаһын нығытыуға, кешеләрҙең тормош сифатын күтәреүгә ҙур өлөш индерә. Машинатөҙөүселәрҙең һәләтле хеҙмәте ихтирамға лайыҡ. Белгестәрҙең юғары профессионализмы ярҙамында илебеҙ компаниялары донъя баҙарында уңышлы эшләй, үҙҙаре етештергән тауарҙарҙың экспортын үҫтерә. Республика машиналартөҙөү хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына һайлаған эштәренә тоғролоғо һам яуаплылығы өсөн рәхмәтле. Һеҙҙең был сифаттарығыҙ артабан да ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеренә иманым камил. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙгә барлыҡ башланғыстарҙа лә ярҙам итеүҙе, уңышлы эш өсөн шарттар тыуҙырыуҙы дауам итербеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм иң изге теләктәр", -- тиелә ҡотлауҙа.

Фото: Башинформ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас