

Хикмәтле хикәйәт
Аҡыл һәм йөрәк
Бер кеше мөхәббәттә аҡылдың һуҡыр булыуын белдергән. “Һөйөүҙә иң мөһиме – йөрәк”, – тип йыш-йыш ҡабатлаған ул. Һәм дәлил итеп, ғашиҡ егет тураһындағы бер риүәйәтте миҫалға килтергән.
“Мәжнүн кеүек ғашиҡ егет, һөйгәнен күрер өсөн йәйрәп, шәп ағып ятҡан йылғаны күп тапҡыр йөҙөп сыҡҡан. Ағын тулҡындар уны үҙҙәренә буйһондорорға күпме маташһа ла, килеп сыҡмаған – йәш кеше быға яуап итеп, оторо шәп йөҙгән. Әммә бер көндө ул һөйгән ҡыҙының битендә тап күреп ҡалған. “Яратҡан кешем камил түгел икән”, – тигән шикле уй төшкән башына. Йылғаны кире йөҙөп сығып барғанда ла, ошо уйы уға тынғылыҡ бирмәгән. Һөҙөмтәлә, йылға уртаһында ажар тулҡындар егетте еңгән, алыҫҡа алып киткән... Бахыр, ғашиҡ шулай шиге арҡаһында һәләк булған”.
Бер яҡтан, бында хатта аҡылдың да, йөрәктең дә ҡыҫылышы юҡ һымаҡ – тимәк, мөхәббәте шулай булғандыр. Яратыуында шикләнгән кеше лә көсөн юғалталыр, бәлки?
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.