

Хикмәтле хикәйәт
Ярлы, әммә насар түгел...
Берәү иҫке кейемдә, бауҙар менән ҡоршалған сандалиҙарҙа батша һарайы янынан үтеп барған.
– Ҡалай насар йәшәйһегеҙ! – тип ҡысҡырған уны күргән хаким.
– Мин – ярлы, ә тормошом насарҙан түгел. Ямаулы кейем – ул фәҡирлек булһа ла, шыпа насар йәшәү тигәнде аңлатмай, хөрмәтле батша, – тигән теге ир. – Был бары тик “бигүк уңайлы ваҡытта тыумау” була. Һеҙҙең ағас башынан йөрөгән маймылды күргәнегеҙ бармы? Ул ҙур ағастарға ла бер ҡыйынлыҡһыҙ менә, бер ботаҡтан икенсеһенә һикерә. Аусы ҡулына бер ҙә эләкмәй. Ә ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа үҙен ышанысһыҙыраҡ тоя. Бейек ағас уға уңайлы, ә тәпәш сәнскеле ҡыуаҡ – уңайһыҙ. Сәнскеле булғанлыҡтан да үҙенең һәләтен күрһәтә алмай. Тимәк, маймыл уңайһыҙ мөхиткә эләккән. Кеше лә шулай: ул алйот түрәләр йәмғиәтендә икән, яҡшы йәшәргә бик теләһә лә, килеп сыҡмаясаҡ...
Батша был ярлыны аңланымы икән, нисек уйлайһығыҙ?
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.