

Урманға барғанда нимәне иҫтә тотоу мөһим?
- Телефонығыҙ тулыһынса зарядланған булырға тейеш.
- Туғандарығыҙ ҡайҙа барыуығыҙҙы белергә тейеш.
- Үҙегеҙ менән бысаҡ, компас, шырпы, аҙыҡ-түлек һәм һыу запасы булырға тейеш.
- Ҡотҡарыусыларға һеҙҙе табыуы еңелерәк булһын өсөн, сағыу кейем кейеү яҡшыраҡ.
Аҙашһағыҙ, нимә эшләргә?
112-гә шылтыратығыҙ.
Ҡайҙан шылтыратаһағыҙ, шунда ҡалығыҙ.
Төтөн буйынса һеҙҙе эҙләп табыуы еңелерәк булһын өсөн, усаҡ яғығыҙ.
Сабыр булығыҙ - ярҙам мотлаҡ киләсәк!
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.