+22 °С
Ямғыр


Төнө буйы рәхәтләнеп йөрөгәс, машинаны урынына килтереп ҡуйырға ниәтләгән ике иҫәүән юлда аварияға тарыған. Баштары эшләмәй, эҙҙәрен йәшерергә тырышып, тотҡандар ҙа автоға ут төрткәндәр.
20 һәм 21 йәшлек "аҡыл эйәләре"н, әлбиттә, эҙләп тапҡандар, һаҡ аҫтына ултыртҡандар. Хәҙер уларға бер нисә статья янай. Башһыҙҙар...
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.