Быйыл февраль айында Мәләүез районында йәшәүсе ике ҡатынға, йәнәһе, бәләгә тарыған туғандары шылтыратҡан. Шылтыратыусылар проблемаларҙы аҡса менән хәл итергә тәҡдим итә. Пенсионерҙар үҙҙәренең бөтә аҡсаларын өйгә килгән курьерға тапшыра. Ололар мутлашыусыларҙың хәйләләренә эләккәндәрен аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән ваҡытта, аферистар инде алыҫ китеп өлгөрә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Силәбе өлкәһенән ике дуҫ кеше интернетта законһыҙ эш таба. 23 һәм 22 йәшлек егеттәр берлектә эш итергә ҡарар итә. Береһе ҡорбандарҙан аҡса алһа, икенсеһе һаҡта тора. Урланған аҡсаны "эш биреүселәргә" банкомат аша ебәрәләр, ә табыштың проценты икегә бүленә. Енәйәтселәрҙең бер нисә төбәктә эшләүе мөмкин.
Ике дуҫтың енәйәттәрен Мәләүез районы буйынса Рәсәй Эске эштәр бүлеге оперативниктары туҡтата. Улар ғәйепләнеүселәрҙе Силәбе өлкәһендә йәшәгән урындарында ҡулға алған. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүселәрҙең Рәсәй территорияһында башҡарылған шундай уҡ енәйәттәргә ҡатнашлығы тикшерелә.
Фото һәм видео: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.