Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Сентября 2023, 11:35

Баймаҡтар ҙа батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Бөрйәндәр менән бер көндө баймаҡтар ҙа аҫыл уланы менән хушлаштылар. Урғаҙа ауылында махсус хәрби операция мәлендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Илгиз Мерәҫов менән бәхилләштеләр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡтар ҙа батыр улы менән мәңгелеккә хушлаштыБаймаҡтар ҙа батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты
Баймаҡтар ҙа батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Траур сараһына яугирҙың ауылдаштары, яҡын-туғандары, район хакимиәтенән вәкилдәр, хәрби хәрәкәт ветерандары килде.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльза Мансурова, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Сибай ҡалаһы мэры Азамат Юлдашбаев Илгиз Таһир улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Белешмә:

Илгиз Мерәҫов 1982 йылдың 9 мартында Урғаҙала тыуған. Йылайыр ауыл хужалығы техникумын зоотехник һөнәре буйынса тамамлаған. Әрмелә хеҙмәт иткәс, контрактсы ла булған, СВО-ға үҙ ирке менән юлланған.

Автор:Айбулат Ишназаров