Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Сентябрь 2023, 04:21

Балаларға тарих ҡыҙыҡ

Салауат ҡалаһының тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы мауыҡтырғыс программа тәҡдим итә.

Балаларға тарих ҡыҙыҡБалаларға тарих ҡыҙыҡ
Балаларға тарих ҡыҙыҡ

"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса "Кешенең тормошонда биҙәү-ҡулланма сәнғәте" белем биреү программаһы популярлаша бара. Балаларға тарих, халыҡ ижады, боронғо көнкүреш ҡыҙыҡ.

Ошо көндәрҙә ҡала мәктәптәренең 5-се класс уҡыусыларына сәйәхәт ойошторолдо. Улар XIX быуаттың тәүге яртыһындағы рус ыҙбаһы менән танышты. Алда - тағы бай йөкмәткеле осрашыуҙар.

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәтенән.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас