

Был хаҡта социаль селтәрҙә комитет рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
Өс аҙна эсендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында запас частары менән "УАЗ-452" машинаһын һатып алыу өсөн аҡса йыйылған. Шулай уҡ яугирҙар өсөн медицина кәрәк-яраҡтары һәм маскировка селтәре һатып алынған.
- Ҡыҫҡа ваҡытлы ялы тамамланған һалдатыбыҙға автомобиль тапшырыу тантанаһында Дәүләт комитетының бөтә ведомство учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Беҙ коллегабыҙҙың тиҙерәк иҫән-һау еңеү менән ҡайтыуын теләнек. Ә ҡыҙҙарыбыҙ яугирыбыҙға кәләш табырға вәғәҙә бирҙе, сөнки ул әле ғаилә ҡорорға өлгөрмәгән, - тип яҙҙы Фәрит Ғүмәров социаль селтәрҙә.
"Күмертау ваҡыты" материалынан: clck.ru/35oDHy
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1799078240