Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентябрь 2023, 13:19

Дүртөйлө районында трассала самосвал ауған

Бөгөн көндөҙ Эра-ГЛОНАСС системаһы буйынса Дүртөйлө районы Иҫке Яндыҙ ауылы янында, төҙөлөп ятҡан М-12 "Мәскәү-Түбәнге Новгород-Ҡазан" трассаһында, "Автодор"ға ҡараған "FAW" самосвалының ауҙарылыуы тураһында хәбәр килә.

Дүртөйлө районында трассала самосвал ауғанДүртөйлө районында трассала самосвал ауған
Дүртөйлө районында трассала самосвал ауған

Ваҡиға урынына Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары барған. Бәхеткә күрә, авария-ҡотҡарыу эштәре талап ителмәй. Водитель зыян күрмәгән.

Хөрмәтле дуҫтар! Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

 

Дүртөйлө районында трассала самосвал ауған
Дүртөйлө районында трассала самосвал ауған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас