Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентябрь 2023, 10:21

Алдан иҫкәртәләр...

Баш ҡалала пассажир ташыусы ике маршрутта юл хаҡы арта.

Алдан иҫкәртәләр...Алдан иҫкәртәләр...
Алдан иҫкәртәләр...

«Альянс СКД» мәғләүмәт биреүенсә, 218-се ("Ул. Гилева – Больница №18") һәм 257к ("Ул. Дагестанская – Больница №21") маршруттары буйынса юл хаҡы 18 октябрҙән 40 һум буласаҡ. Шул иҫәптән "Алға" картаһы менән дә.

Хаҡ күтәрелеүенең төп сәбәбе - запчастарға һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтарҙың даими артып тороуы. Был турала мэрияның социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙалар.

"Хаҡтар артып тороуы сәбәпле", тип хеҙмәт хаҡтарын да даими күтәрһәләр икән ул...

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас