Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентября 2023, 14:01

Янғында ир кеше һәләк булған...

Төнгө сәғәт ике тирәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ике бүлмәле фатирҙа ут сыға. Янғын урынына тиҙ арала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп етә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Янғында ир кеше һәләк булған...Янғында ир кеше һәләк булған...
Янғында ир кеше һәләк булған...

Янғын һүндереү барышында 1962 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. 

Фажиғәнең сәбәбе һәм шарттары асыҡлана.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова