Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентябрь 2023, 14:14

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре наркокурьерҙы тотҡан

Ғәйепләнеүсе, полиция хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташып, ике телефонын, барсеткаһын ситкә ырғыта, бер полиция хеҙмәткәренә боросло баллонсыҡтан һиптерә. Әммә уның планы тормошҡа ашмай - ул ҡулға алына.

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре наркокурьерҙы тотҡанӨфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре наркокурьерҙы тотҡан
Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре наркокурьерҙы тотҡан

22 йәшлек егет полиция бүлегенә килтерелә. Ул ҡылған эштәрен таный һәм наркотик матдәләрҙе Интернетта һатып алыуын, ҡала биләмәһендәге "закладкалар" аша һатырға йыйыныуын аңлата.

Шулай уҡ артабанғы тикшереү барышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре 8-се полиция бүлеге коллегалары менән берлектә Киров һәм Совет райондары биләмәләрендәге йәшерен урындарҙы асыҡлайҙар, уларҙан 32 "закладка" алына (дөйөм ауырлығы 50 грамдан ашыу).

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ғәйепләнеүсегә ҡарата һаҡ аҫтына алыу сараһы һайлана. Тикшереү дауам итә.

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре наркокурьерҙы тотҡан
Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре наркокурьерҙы тотҡан
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас