

21 сентябрҙә Өфөләге АРТ-квадрат майҙансығында күренекле археолог Нияз Мәжитовтың 90 йыллығына ҡарата IV «Боронғо Өфө» тарихи фестивале ойошторола.
Сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығының күргәҙмәләре тәҡдим ителәсәк.
«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығы һәм БР Милли музейы «Мәжитов: беренсе булыу ауыр» , «Өфө ҡалаһы-II» ҡаласығында табылған артефакттар күргәҙмәһен әҙерләй.
Сарала Нияз Мәжитов хаҡындағы «Лев археологии» фильмы күрһәтеләсәк.