Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентябрь 2023, 05:30

Төн. Черниковка. 1000 велосипедсы...

Баш ҡалабыҙҙа үҙенсәлекле сара көтөлә.

Төн. Черниковка. 1000 велосипедсы...Төн. Черниковка. 1000 велосипедсы...
Төн. Черниковка. 1000 велосипедсы...

«1000 велосипедсы төнө» тип аталған сара 22 сентябргә күҙалланған. Старт һәм финиш - Черниковканың Машина эшләүселәр майҙанында. Ете км араны үтергә кәрәк. Старт киске сәғәт 9-ҙа.
Теркәлеү ошонда - https://veloufa.com/night-registration/

14 йәштән өлкән велоһөйөүселәр үҙҙәренең транспорты, шлемы, фонаригы, яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары менән килә.

Шулай уҡ ошо көндө "Велосипед менән эшкә" Бөтә Рәсәй акцияһы ла үтә. Кем велосипедҡа ултыра һәм махсус энергетик нөктәләр аша үтә, матур номер һәм партнерҙарҙан ташламалар, бонустар аласаҡ. 

"Энергетик нөктәләр":

ДК «Моторостроитель»

Ленин майҙаны (Горсовет) - 8:00-10:00, 18:00-20:00

Иғтибар: велотөн ваҡытында транспорт хәрәкәте сикләнә.

Фото: Город Уфа (vk.com)

Төн. Черниковка. 1000 велосипедсы...
Төн. Черниковка. 1000 велосипедсы...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас