Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентября 2023, 04:22

Ратмир Мәүлиев донор булырға теләй

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев елек майы донорҙары регистрына инеү өсөн анализ тапшырған. Был турала ул социаль селтәрҙә хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ратмир Мәүлиев донор булырға теләйРатмир Мәүлиев донор булырға теләй
Ратмир Мәүлиев донор булырға теләй

Ратмир Мәүлиев сәхифәһендә былай тип яҙған:

"Рәсәйҙә һәр 20 минут һайын кемдер ҡан яман шеше менән ауырыуын белеп ҡала. Өлкәндәр ҙә сирләй, балалар ҙа. Күптәренә елек майын күсереп ултыртыу ғына йәшәү өмөтө бирә. Башҡортостанда донорлыҡты таратыу йәһәтенән "Национальный регистр доноров костного мозга имени Васи Перевощикова" хәйриә фонды эшләй.

Регистрға инеүҙең өс ысулы бар:

1. Инвитро лабораторияһына барып, бушлай анализ тапшырырға.

2.  rdkm.rusfond.ru. сайтында буккаль эпителий алыу өсөн набор ебәреүҙәрен һорарға. Почта аша килә, ебәреү - бушлай.

3. Башҡортостан буйынса координатор Яна Ванюшоваға мөрәжәғәт итергә - 8-987-057-00-00".

Фото: Город Уфа (vk.com)

Ратмир Мәүлиев донор булырға теләй
Ратмир Мәүлиев донор булырға теләй
Автор:Алһыу Ишемғолова